Республика көнө уңайынан байрам саралары Ейәнсура районында үтте

Таҙлар ауылында яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды. Урында йәшәүселәрҙең тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, Еңеү яулап ҡайтып, ауылда лайыҡлы ғүмер кисергән ауылдаштарҙың исемдәре һәм иҫтәлеге мәңгеләштерелде. «Аныҡ эштәр» проектына ярашлы обелискты төҙөкләндереүгә 300 мең һум аҡса ла бүленгән.

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов белдереүенсә, был эштәр Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек сиктәрендә башҡарыла. Киләсәктә Ейәнсура районының башҡа ауылдарында ла яңы обелисктар, таҡтаташтар асыу, булғандарын төҙөкләндереү саралары ҡаралған. Таҙлар ауылы халҡы артабан паркты йәшелләндереү өсөн тирә-яғына ағас ултыртырға, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйырға ниәтләй.

Район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан байрам концерты ойошторолдо. Баҫыу уңғандары быйыл да һынатмаған. Ужым, күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм игенде туҡландырыу буйынса эш сифатлы һәм ваҡытында башҡарылған. 42 мең тонна ашлыҡ урып алынған. Ужым культуралары уңышы гектарынан 22 центнер тәшкилә итә. Райондың алдынғы хужалыҡтарында инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның сиктәрендә үҫемлекселек һәм һөт малсылығы өлкәһенә 1 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был Ейәнсураларға һауым буйынса республикала тәүге өс төбәк иҫәбендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Тәүлегенә 17,5 тонна һөт һауыла.