Ыңғай динамика электр ҡорамалдары етештереүҙә күҙәтелә. Башҡортостан был тәңгәлдә башҡа төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй. Энергетика өлкәһендә яңы технологиялар индереүҙә флагмандарҙың береһе булып торған заводта БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.
Һәр кабель үҙ урынында булырға тейеш. Трансформатор йөрәген эшләү юғары теүәллек талап итә. Ҡорамалдарҙы яһауҙа автоматлаштырылған линиянан тыш ҡул эше мөһим урын алып тора. Заводтың конструкторҙары яңы моделле трансформатор эшләй башлаған. Яңы төр трансформаторҙар республика подстанцияларында монтажланған да инде.
2010 йылда асылған Өфө трансформатор заводы Рәсәйҙең иң заманса трансформатор заводтарының береһе. Уның төп йүнәлеше ҡеүәтле трансформаторҙар етештереү. Сәнәғәт продукцияһы заказдар буйынса сығарыла.
Предприятиела бөтәһе 400 -гә яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә. Улар уңайлы эш шарттары, социаль пакет менән тәьмин ителгән. Элек полиграфист, почтальон булып эшләгән Гөлсөм Рәсүлева эш тәртибен тиҙ төшөнгән.
Завод ҡорамалдары Иркутск һәм Кемеров өлкәләрендә, Приморье крайында һәм Ҡырым республикаһында объекттарҙа тора. Әлеге ваҡытта Ленинград өлкәһендәге Балтик газ химияһы комплексы өсөн трансформаторҙар һынала.
Быйыл заводта сығарылған продукция күләме 2022 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан. Йыл башынан 32 трансформатор етештерелгән. Предприятие күрһәткесте йылына 60-ҡа еткерергә ниәтләй.
Рәмилә Исмәғилева