Иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап алыусы абруйлы жюри составында билдәле ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Алыҫ Көнсығыштан алып, Саха республикаһы, Иркутск өлкәһе, Алтай, Дағстан, Краснодар крайы, Донецк Халыҡ республикаларынан «Йыл уҡытыусыһы» лауреаттары бар. Рәсәй мәғариф министрлығы ярҙамында уҡытыусы һәм остаз йылына арнап ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.
Белемле меңде еңер.. Дағстанда Сунгуровтар ғаиләһе абруйлы ғаилә һанала. Уҡытыусылар династияһының дөйөм эш стажы- 1269 йыл. Эш тәжрибәһен, оҫталығын һәм балаларға һөйәүен улар быуындан-быуынға күсереп килә.
Конкурста 20-нән ашыу Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша. Улар араһында Сыуашстан һәм Саха-Яҡут республикаһы ҡунаҡтары ла бар. Улар араһында беҙҙең яҡташтар булыуы икеләтә ҡыуаныслы. Ләйсән Булатасова иһә Өфөлә йәшәй, Нижегорока мәктәбендә инглиз теленән уҡыта.
Уҡытыусы һөнәре буйынса эшләүселәр хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Был кәрәкле һөнәрҙе һайлаусыларҙың күптәре бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған. Альбина Күсәрова 20 йыл элек уҡытыусы эшенә тотонған.Ул олатаһының, ата-әсәһенең һәм апаһының эшен лайыҡлы дауам итә.
Йомғаҡлау көнөндә сарала ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантаналы шарттарҙа үтәсәк. Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар династияһы асыҡланасаҡ.
Гүзәл Борханова