Тарихи датаға арналған тантаналы ултырыш бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» концерт залында үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Абхазия Президенты Аслан Бжания, Беларусь республикаһы делегацияһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ ҡатнашты. Тантаналы ултырыштан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан өс йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте буйынса федераль рейтингтың лидерҙары иҫәбенә инә, Волга буйы федераль округында инвестициялар йәлеп итеү буйынса алдынғы урынды биләй, торлаҡ төҙөлөшө буйынса рекордлы күрһәткестәргә өлгәшә. Шулай уҡ ауыл хужалығы, мәғариф, медицина, туризм өлкәһендәге уңыштарҙы билдәләп үтергә мөмкин. Мәҫәлән, инженер инфраструктураһы үҫешенә һәм туризмға федераль ҡаҙнанан миллиардтарса һум аҡса бүленә. Радий Хәбиров яҙмышын Башҡортостан менән бәйләгән һәр яҡташыбыҙға тыуған төйәгенә һөйөүе, хеҙмәте, берҙәмлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Абхазия Президенты Аслан Бжания ла республика халҡына оло рәхмәтле.
Дуҫлыҡ ауыр ваҡытта һынала. Махсус хәрби операция тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан халҡының берҙәмлеген иҫбатланы. Егеттәребеҙ алғы һыҙыҡҡа баҫһа, республика төбәктәрендә гуманитар ылауҙар йыйыу ойошторолдо. Хатта дин әһелдәре лә тәүге көндән үк яугирҙарыбыҙ менән бер сафҡа баҫты.
Еңеү өсөн көрәш алғы һыҙыҡта ла,тыныс тормошта ла бара. Башҡортостан халҡы бер үк ваҡытта иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтерергә, социаль йөкләмәләрҙе үтәргә тырыша. Ыңғай үҙгәрештәрҙе, тотороҡлоҡто тәжрибәле сәйәсмәндәр ҙә билдәләй.
Башҡортостандың төп байрамы Республика башлығы Радий Хәбиров өсөн икеләтә иҫтәлекле һәм әһәмиәтле. 5 йыл элек тап ошо көндә Радий Фәрит улына тыуған республикаһы менән идара итеү бурысы ышанып тапшырылды. Залдағы халыҡ Башҡортостан башлығын аяғүрә баҫып алҡышланы.
Тантаналы ултырыш Башҡортостан сәнғәт оҫталары тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы менән тамамланды. Байрам тамашаһы ла төбәктә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни хазиналарын сағылдыра. Сөнки Республика көнө ошо төйәккә береккән, уның тарихын хөрмәт иткән, бөгөнгөһөн хәстәрләгән, киләсәген төҙөгән халыҡ байрамы, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек көнө.
Оло даръялар бәләкәй инештәрҙән башланған һымаҡ Башҡортостандың ҡаҙаныштары ла һәр ҡала-райондағы уңыш-ҡаҙаныштарҙан үрелә. Юғары социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең нигеҙендә ябай хеҙмәт кешеһенең көндәлек эшмәкәрлеге, берҙәм көсө ята. Ә бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа беҙ берҙәмлектең көсөн яҡшы аңлайбыҙ, тотош ил халҡы бер төптән, бер уйҙан булғанда йырып сыҡмаҫлыҡ һынауҙар булмаясаҡ.
Рәмзиә Кәримова