Башҡортостан ауыл хужалыҡтары үҙебеҙҙә етештерелгән техниканы ала

Быйыл  техника яңыртыуға  9 миллиард  600 миллион һум тотонолған.  Был уҙған йылдың ошо осоронан 37 процентҡа ҙур һан. Вице-премьер-Ауыл хужалығы  министры  Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 391 трактор, 200-гә  яҡын комбайн, 400-ҙән ашыу  ер эшкәртеү машинаһы һәм башҡа төр техника алынған.