Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу хоҡуғына эйә

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”  законға үҙгәрештәр  әҙерләй. Ҡанун проектында өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыусылар категорияһына хәрби хәрәкәттәр инвалидтарын индерергә тәҡдим ителә. Республика парламентының киләһе пленар ултырышы октябрь аҙағына тәғәйенләнгән.