Бөгөн ике республика башлығы буласаҡ колоннадаға нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Ул Сухуми ҡалаһындағы архитектура объектының тура күсермәһе булыр тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тиҫтәләрсә йылға һуҙылған Башҡортостан һәм Абхазия араһындағы дуҫлыҡ бөгөн яңы бейеклеккә күтәрелде. Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашасаҡ колоннада тап ике республиканың үҙ-ара татыу, берҙәм йәшәүен күҙ уңында тота.
90-сы йылдарҙағы ваҡиғалар шауҡымында Башҡортостандан күрһәтелгән ярҙам өсөн абхаз халҡы исеменән Абхазия президенты рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Был тәңгәлдә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улының эшмәкәрлеге айырым билдәләнде. Ике яҡ араһындағы килешеү һөҙөмтәһендә Абхазиянан бер төркөм йәштәре ул саҡтағы Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға ебәрелә. Бөгөн улар донъя кимәлендә танылыу алған белгестәр.
Бөгөн дуҫлыҡ нигеҙе тағы ла нығынды, ти әйтергә кәрәк. Абхазиянан килтерелгән капсула буласаҡ архитектура объектына төшөрөлдө. Тарихи сара Башҡортостанда йәшәгән төрлө диаспора вәкилдәрен бергә йыйҙы.
Колоннаданың бейекле 12, оҙонлоғо 30 һәм киңлеге 6 метр тәшкил итәсәк. Эш яҡын арала башланып, объект теүәл бер йылдан, тап киләһе йылдың 11 октябрендә тантаналы шарттарҙа асылыр тип күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин