Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Радий Хәбировҡа «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы

Лейтенантың миҙалы Башҡортостанға ҡайтты. Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Радий Хәбировҡа «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы. Был награда менән Бөйөк Ватан һуғышында Петр Фокин бүләкләнгән булған.

Яугир сығышы менән Ейәнсура районы Яңы Петровское ауылынан. Уның ҡалдыҡтары быйыл сентябрҙә Белоруссияның Витебск өлкәһендә эҙләү эштәре ваҡытында табыла. Төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, йыл аҙағына тиклем ҡыҙылармеецтың тыуған яғында Петр Фокин һәйкәле реконструкциялана. Монументты асыу тантанаһында миҙал яугирҙың туғандарына тапшырылыр тип көтөлә.