«Башҡорт ихатаһы» милли проекты сиктәрендә Баймаҡта күп ҡатлы бер йорт алды төҙөкләндерелде

Баймаҡҡа - Республика көнө айҡанлы ҙур бүләк. “Башҡорт ихатаһы” милли проекты сиктәрендә ҡаланың тағы ла күп ҡатлы бер йорт алды төҙөкләндерелде. Уны асыу тантанаһы хаҡында киләһе сюжетта.

Баймаҡ ҡалаһы 2019 йылдан “Башҡорт ихаталары” проектында әүҙем ҡатнашып килә. Уның һөҙөмтәһе күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе бик ныҡ ҡыуандыра. Сөнки йорт алдарында асфальт япмалары яңыртыла, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, ял итеү урындары, бар уңайлыҡтары булған заманса балалар майҙансыҡтары эшләнә. Һәм былар барыһы ла күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып башҡарыла.

Муса Йәлил урамы ихатаһы күптән яңырыу талап итһә, ә бөгөн ул тулыһынса яңы төҫ алған. Уйын майҙансығында малай һәм ҡыҙҙарҙың шат тауыштары тынмай. Улар өсөн уңайлы әүһәләктәр, башҡа мауыҡтырғыс ҡорамалдар ҡуйылған.

“Башҡорт ихаталары” республика программаһы ғәмәлгә ингәндән алып тиҫтәнән ашыу күп фатирлы йорт алдары төҙөкләндерелде. Былар барыһы ла халыҡ өсөн. Тик тормошобоҙҙо йәмләндереү, уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән төҙөкләндерелгән объекттар хужаларса ҡараш талап итә.