Бөрйән районының Әтек ауылы мәктәбенә 100 йыл

Белем усағының бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы урында башҡорт тарханы Алдар Иҫәнгилдинға бюст асылды.

Әтек Бөрйәндең иң боронғо ауылдарының береһе, тап әтектәр эргә-тирәләге ауылдарға нигеҙ һала, беренсе дини мәктәп тә ошонда асыла. Бөгөнгө заманда ла Әтек мәктәбе данлыҡлы традициялары, көслө уҡытыусылары һәм уҡыусылары менән дан тота.

Бер быуатлыҡ юбилейға ла мәғариф учреждениеһы ныҡлы әҙерләнгән. Байрам ҡунаҡтары мәктәп ихатаһында башҡорт тарханы Алдар Иҫәнгилдинға бюст асыу тантанаһында ҡатнашты. Тарихи сығанаҡтарҙа ошоға тиклем Алдар батырҙың йәш сағы һүрәтләнһә, был юлы уның олпат мәле сағылдырылған. Бюстың авторы йәш скульптор Юлай Вәлиев. Педагогтар әйтеүенсә, уҡыусылар тарихи шәхестәрҙе лә, белем усағының бай үткәнен дә белеп үҫергә тейеш. Сөнки төбәктең киләсәге бөгөнгө балалар ҡулында.