Гәүһәр юбилей. Башҡортостан БашлығыРадий Хәбиров Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинды тыуған көнө менән ҡотланы. Баш мөфтөйгә бөгөн 75 йәш. Тәлғәт Тажетдин үҙенең бар ғүмерен исламға хеҙмәт итеүгә бағышланған олуғ һәм абруйлы шәхес, ул бөгөн дә тотош илдә милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыуға, йәш быуынды дингә өйрәтеүгә тос өлөш индерә. Юбиляр хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәлғәт Тажетдиндың тауышы Башҡортостан халҡына ғына түгел, тотош Рәсәй мосолмандарына яҡшы таныш. Баш мөфтөйҙөң Ураҙа, Ҡорбан ғәйете һымаҡ төп дини байрамдарҙағы вәғәз-сығыштары тотош ил кимәлендә трансляциялана. Тәлғәт Тажетдин йылдар дауамында мөьмин мосолмандар күңеленә ислам ҡанундарын, дини тәғлимәттәрҙе, изгелек-миһырбанлыҡ орлоҡтары һала.
Тәлғәт Тажетдин бөгөн донъяның төрлө ҡитғаларынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Баш мөфтөйҙө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә, хатта Рәсәй һәм сит илдәрҙә лә Тәлғәт хәҙрәт абруйлы дини лидер, тәжриәбле остаз, тыуған төйәгенең ысын патриоты, олуғ шәхес, тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙә. 43 йыл инде Тәлғәт Тажетдин Үҙәк Диниә назаратының рәйесе, илдең баш мөфтөйө вазифаһын биләй. 1990 йылда уға мосолмандарҙың иң юғары дини «шәйхелислам» дәрәжәһе бирелә.
Баш мөфтөй милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, йәшәтәргә динде өйрәтеү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Тәлғәт Тажетдиндың иң юғары ҡаҙанышы- уның башланғысы менән төҙөлгән иман йорттары һәм донъя буйлап таралған шәкерттәре.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан илдең тарихи һәм заманса ислам үҙәге тип танылған икән, был тәңгәлдә Тәлғәт Тажетдиндың йылдар дауамындағы тынғыһыҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте һалынған. Баш мөфтөй бөгөн дә, 8-се тиҫтәһен ваҡлағанда ла ислам ҡанундарына тоғро ҡалып, халҡына иман нуры таратыуын дауам итә.
Рәмзиә Кәримова