Башҡортостандан контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында танктарҙа әҙерлек үтә

Башҡортостандан тәүгә контракт төҙөгән Үҙәк хәрби округ яугирҙары тыл райондарында Т-90М танктарында әҙерлек үтә. Күнекмәләр махсус хәрби операция зонаһы полигондарының береһендә ойошторолған.

Махсус хәрби операция биләмәһендә тәжрибә туплаған инструкторҙар етәкселегендә хәрбиҙәр танктың төп нөктәләре һәм агрегаттары, ҡорал кәрәк-ярағы һәм япма ҡорамалдары тураһында мәғлүмәт ала. Улар атыу буйынса күнекмәләрҙе 125 миллиметрлыҡ шыма көбәкле пушканан, «Корд» зенит пулеметынан һәм ҡуш ҡоролмаларҙан атҡара. Хәрбиҙәр шулай уҡ яу яланында осрашырға тура киләсәк көнбайыш хәрби техникаһы өлгөләренең «йомшаҡ» урындарын да өйрәнә.