Өфөлә йәшәүсе ханым махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй

Яугирҙарға күңел йылыһы. Өфөлә йәшәүсе Дания Гәрәйшина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә бейәләйҙәр һәм йөн ойоҡбаштар бәйләй. Күҙ нурҙарын түгеп әҙерләгән ярҙамды ул алғы һыҙыҡҡа ла оҙатҡан. 9-сы тиҫтәһен ваҡлауға ҡарамаҫтан, оло йәштәге ханым изге эшен дауам итә. Әле Башҡортостанда яугирҙар өсөн йөҙөнсө гуманитар ылау туплана, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, тимер мейестәр йыйыла. Күңел йылыһы менән бәйләгән әйберҙәр яугирҙәр өсөн үтә лә кәрәкле. Оло йөрәкле ханым менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Бәйләменең һәр хәрәкәтенә Дания Лотфулла ҡыҙы изге теләктәрен үрә. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, еңеүҙе яҡынайтыуға ул үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Бар ил берләшкәндә, тик ултырырға хаҡым юҡ тей пенсионер. Барлыҡ буш ваҡытын ул изге эшкә арнаған.

Яҙмыш ҡушыуы буйынса Дания ханым ике улын да иртә юғалта. Шуға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелмәй, күңел йылыһы менән ул тирә-яҡтағылар менән бүлешә. Бәйләм эшенән арығанда Дания Лотфулла ҡыҙы күршеһен сәйгә саҡыра.

Әле Башҡортостанда яугирҙар өсөн йөҙөнсө гуманитар ылау туплана, ул тап яугирҙарҙың ихтыяжына ҡарап әҙерләнә. Хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, тимер мейестәр йыйыла. Ярҙам алғы һыҙыҡҡа тиклем оҙатыласаҡ. Йөҙөнсө ылау ноябрҙә юлға сыға.

Дания Лотфулла ҡыҙының әсәһе Бөйөк ватан һуғышы осоронда йөн ойоҡтарҙы кисен ай нурында бәйләһә, бөгөн пенсионер яҡты һәм йылы фатирында эшләй. Әммә яугирҙарға теләктәр ваҡыт үтеү менән дә үҙгәрмәй.

Лилиә Мәҡсүтова