Милли музейҙа рәссам Айрат Баймөхәмәтовтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған «Атайсал» тип аталған күргәҙмә асылды. Хәтер сараһына уның яҡындары һәм ижадташ дуҫтары йыйылды. Экспозицияла рәссамдың төрлө йылдарҙа яҙған картиналары. Ижадының төп темаһы - тыуған Башҡортостан һәм уның халҡы, матур тәбиғәт,фольклор мираҫы.
Рәссам башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрен яратыуын үҙенең әҫәрҙәрендә еткерергән. Картиналарында Өфө һәм республика төбәктәрен сағылдырған. Айрат Баймөхәмәтов 2015 йылда 57-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Ул бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләр лауреаты. 300-ҙән ашыу картина авторы. Рәссамдың эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙарҙа, галереяларҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.