Башҡортостанда ике мең ярым күп балалы ғаилә яңы төр социаль ярҙам менән файҙаланасаҡ

Ишле ғаиләләрҙең балаларына колледжда түләүле уҡыуҙың ярты хаҡы дәүләттән компенсациялана. Был туралағы Указға республика етәксеһе июндә ҡул ҡуйҙы. Тәүге түләү киләһе йылдың йәйендә башлана. Компенсация алыу өсөн йәшәү урыны буйынса халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күп балалы ғаиләләрҙән бының өсөн белешмәләр талап ителмәй.

Был төр социаль ярҙамды демографик ташлама тип әйтер инем. Яңы уҡыу йылында ишле ғаиләләр балаһының уҡыуына түләгән хаҡтың 50 процентын кире ҡайтара ала. Был сумма 30 мең һумдан да артмаҫҡа тейеш.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры