Сәскәләр, шарҙар һәм күтәренке кәйеф. Өфө аэропортында самбо буйынса донъя беренселеге еңеүсеһе Әлиә Мөхәмәтйәнованы ҡаршыланылар.
Ҡырғыҙстанда үткән ярышта 37 ауырлыҡ категорияһында донъяның 28 иленән спортсылар ҡатнашҡан. Финалға сығыу өсөн алышта Әлиә Мөхәмәтйәнова Франция һәм Ҡырғыҙстан спортсыларын артта ҡалдырһа, хәл иткес уйында Ҡаҙағстан спортсыһын еңеп сыҡҡан. Әлиә 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған һәм өс осрашыуҙың барыһын да ваҡытынан алда тамамлаған. Спортсының иңендә шулай фуҡ 2021 йылда Европа беренселегендә яуланған еңеү. Наградалар коллекцияһы тулыланып тора. Тиҙҙән Әлиә киләһе уйындарға әҙерлек башлай.