Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим – Затон трассаһы тәртипкә килтерелде. Ветошников ауылы янында 1,3 километрлыҡ арауыҡта яңы асфальт түшәлде. Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары янында 37 километр оҙонлоҡта юлдар ремонтлана.