Башҡортостан халҡы коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен смартфон аша хәл итә ала

Республика Хөкүмәтендә “Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт” тигән мобиль ҡушымтаны ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралды. Уның ярҙамында иҫәпләгес күрһәткестәрен тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләргә, капиталь ремонт барышын күҙәтергә, дөйөм йорт йыйылыштарында ҡатнашырға, идарасы компаниялар күрһәткән хеҙмәттәрҙе баһаларға, планлы төҙөкләндереү эштәре теҙмәһе менән танышырға була. Йыл аҙағынаса яңы мобиль сервисҡа 96 меңдән ашыу кеше ҡушылыуы көтөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, ҡала һәм район етәкселегенә электрон системаға күп фатирлы йорттарҙы теркәү бурысы ҡуйыла.