Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2021 йылда яңы программа иғлан ителде. Уға ярашлы, шәхси йорттарға тиклем газ торбаһы бушлай еткерелә. Әле республикала 30 мең йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” үткән. Бынан тыш, Башҡортостанда айырым төркөмгә ҡараған кешеләргә сертификат бирелә. Документ ярҙамында йортто газға тоташтырырға була.