Өфөлә Көнсығыш юл төҙөлөшө өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә аҡса бүленә

Был турала ил хөкүмәте ултырышында белдерелде. Өфө Орел Калининград, Волгоград, Хасавюрт һәм Яр Саллы ҡалаларындағы объекттар өсөн тағы 60 миллиард һум йүнәлтелә. Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, эштерҙе ваҡытынан алда тамамлау мөмкинлеге бар, проекттар  урындарҙа социаль-иҡтисади үҫеш өсөн ҙур  әһәмиәткә  эйә.  Өфөлә  Көнсығыш юл төҙөлөшө  буйынса план 77 процентҡа үтәлгән.