Быйыл Башҡортостанда 28 мең ярым уҡыусы "Мәктәп туризмы" проектында ҡатнашҡан

  Турҙар апрель айында  башланған. Бының өсөн 300 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. -Проектҡа ярашлы уҡыусылар республика буйлап  сәйәхәт итә ала. Йәш туристар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары ҡаралған, улар үҙенсәлекле урындарҙа була. Балалар тыуған яҡ тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә, - тип белдерҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Проектта 5-се-9-сы класс балалары ҡатнаша.