Миңлеғәли Шайморатов батальоны хәҙер күп милләтле хәрби берләшмә булды. Унда Башҡортостан егеттәре менән бергә чечен, ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ егеттәре лә тупланған. “Беҙҙе еңеүгә ынтылыш тойғоһо берләштерә”, - ти Шаман ҡушаматлы яугир.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың батырлығынан өлгө алабыҙ. Республика беҙгә һәм яҡындарыбыҙға даими ярҙам итә”, - ти Солтан ҡушаматлы яугир.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә. 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр Ҡораллы көстәр сафына баҫа ала. Бының өсөн урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә һәм медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә льготалар ҡаралған.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға 177 – берҙәм белешмә һандары буйынса яуап алырға мөмкин. Ситуация үҙәге белгестәренә 122 йәки 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.