Бөгөн уларҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылған. Ремонттан һуң, ихаталар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Программа сиктәрендә Стәрлетамаҡта ла бер нисә ихата тәртипкә килтерелгән. Ҡала халҡының тәьҫораттары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.
Рәзил Төхвәтуллин балалары менән яңыртылған ихатала ял итергә ярата . Балалар баҡсаһынан сығыу менән, кескәйҙәр майҙансыҡҡа йүгерә . Бәүелсәктәрҙә бәүелеү - уларҙың яратҡан уйыны. Бындай уңайлыҡтарҙы оҙаҡ көттөк, ти йәш атай.
Балаларҙың шат тауышы бында көн дауамында тынмай. Футбол, волейбол майҙандарынан кеше өҙөлмәй. Хатта, өлкән йәштәгеләр ҙә бында күңеленә ярашлы шөғөл тапҡан. Һәр кис пенсионерҙар тренажерҙарҙа шөғөлләнә, һаулыҡтарын нығыта. Төҙөкләндерелгән ихатала яңы асфальт һалынған, спорт майҙансығына махсус резина түшәлгән. Майҙан тирәләй ағас-ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған.
Тәртипкә килтерелгән ихатала матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә. Майҙанда фонарҙарь артҡан, видеокамералар ҡуйылған. Йәмғеһе программа сиктәрендә төҙөкләндереүгә 35 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөтә үҙгәрештәр ҙә урындағы халыҡ теләктәрен иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Хәҙер Стәрлетамаҡ ихатаһы баш ҡалалағы инфраструктуранан ҡалышмай.
Рәзилә Ғиниәтуллина