Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында күпер ремонтлана

Ул авария хәлендә ине. Объектты төҙөкләндереү урау юлды ҡыҫҡартырға, урындағы халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Ярмайылға урамындағы бер нисә ауыл өсөн хеҙмәт иткән күпер авария хәлендә була. Был иһә, машиналар һәм йәйәүлеләр өсөн дә хәүеф тыуҙыра. Шуның өсөн дә төҙөлөштө халыҡ түҙемһеҙлек менән көттө.

Эшкә Баймаҡ юл-төҙөлөш ремонтлау хеҙмәте йәлеп ителгән. Йыһанур Ноғоманов - был ойошмала 10 йылға яҡын эшләй. Тәжрибәле водителгә Каматсу техникаһы ышанып тапшырылған.

Төҙөк, хәүефһеҙ юлдар һәр кемгә уңайлыҡтар булдыра. Сыңғыҙ ауылында барған төҙөкләндереү эштәре октябрь аҙаҡтарында тамамланыуы көтөлә.

Альбина Байегетва