8 айҙа 10,7 миллиард һумға продукция сығарылған, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 1,5 миллиард һумға күберәк. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.
Республика етәксеһе белдереүенсә, был уңышҡа еңел сәнәғәтте үҫтереү буйынса республика программаһы сиктәрендә ирешелгән. Уның ярҙамында һуңғы 3 йылда 195 компания сеймал һәм материалдар һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаған. Миҫалға: Бишбүләк ауылындағы «Дельта» предприятиеһы махсус кейем тегеү буйынса өсөнсө цех асҡан. Һөҙөмтәлә 37 эш урыны барлыҡҡа килгән.
Ә баш ҡаланың «Капман» компанияһы беларус предприятиелары менән берлектә уникаль туҡымалар етештерә. Пост аҙағында республика башлығы теләге булған һәр кемде һәм инвесторҙарҙы 25 һәм 26 октябрҙә уҙасаҡ «ЛЕГПРОМ-2023» форумында ҡатнашырға саҡырған.