Мәсьәлә Рәсәй хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Калининград, Волгоград, Хасавюрт, Яр Саллы һәм Өфө ҡалаларының мөһим инфраструктура проекттарын финанслауға 60 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.
2 миллиард 700 миллион һумлыҡ тәүге транш, бюджет-ара трансферттары башҡарыу өсөн өс төбәккә, Башҡортостан, Мордовия һәм Орел өлкәһенә тәғәйенләнә. Был аҡсалар Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы менән М-5 федераль трассаһын тоташтырыу өсөн тотонола. Эш йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин фекеренсә, проекттар был төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн оло әһәмиәткә эйә. Уларҙың төҙөлөшөн тиҙләтеү бизнес үҫешен һәм халыҡ йәшәйешен яҡшыртыу йәһәтенән мөһим.