Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялына ҡайтҡан Азат Бадранов бөгөн журналистар, тарихсылар, яҙыусылар менән осрашты. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы былтыр көҙҙән алғы һыҙыҡта.
Осрашыуҙа һүҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың батырлығын, иҫтәлеген мәңгеләштереү хаҡында барҙы. Алғы һыҙыҡта республиканың һәр ҡала-районынан яугирҙар бар, улар төрлө милләттән, төрлө йәштә. Әммә бөтәһе лә тыуған төйәгенең патриоттары, ил именлеге өсөн ҡулына ҡорал алған ҡаһармандар.
Азат Бадранов яҡташ яугирҙарыбыҙ, уларҙың яҙмышы, батырлыҡтары тураһында халыҡҡа теүәл һәм аныҡ мәғлүмәт еткереү, махсус хәрби операция геройҙарының исемдәрен һәм иҫтәлектәрен мәңгеләштереү бурысын ҡуйҙы. Был эште әҙәби әҫәрҙәр, матбуғат баҫмалары, теле-радио тапшырыуҙар аша алып барыу, музей фонды туплау мөһим. Журналистар, яҙыусылар, тарихсылар маҡсатты тормошҡа ашырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Осрашыуҙа махсус хәрби операция биләмәһендә даими эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ Рафиҡ Әхмәтшин, Азат Саҙрыев, Вадим Исламов та ҡатнашты. Был һөйләшеүҙә һөҙөмтәләре буйынса эш стратегияһы ҡабул ителә Һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа тәҡдим ителәсәк. Ә журналистар һәм яҙыусылар алғы һыҙыҡтағы хәл-ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күреп халыҡҡа еткерә алһын өсөн Донбассҡа сәфәрҙәрҙе йышыраҡ ойоштороу күҙаллана. Алғы һыҙыҡта булып ҡайтҡан коллегаларыбыҙ был фекер менән тулыһынса риза.
Азат Бадранов бөгөн махсус хәрби операциянан ҡыҫҡҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәребеҙ менән дә осрашты. Һөйләшеү Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә үтте. Дини учреждение яҡташтарыбыҙ өсөн күркәм табын да ойошторған. Азат Шамил улы хужаларға яугирҙар хаҡында даими хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың именлеге өсөн йыш ҡына ҡорбан да салалар. Алғы һыҙыҡта йөрөгәндә доғалар көс бирә, ышаныс өҫтәй, ти яҡташтарыбыҙ.