Бөгөн Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин 8 район-ҡала медицина учреждениеһына машина асҡыстары тапшырҙы. Белорет һәм Мәсәғүт үҙәк район дауаханаларынана икешәр автомобиль юлланды.
Барыһы ла стандартҡа ярашлы йыһазландырылған. Салонда пациенттарҙы ташыу һәм эвакуациялау өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Ашығыс ярҙамдың тулы комплектацияла булыуын үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре юғары баһаланы.