Быйыл республикала 1,8 миллион кешегә миҙгел киҙеүенә прививка эшләү күҙаллана

Сир ғәҙәттә, ноябрҙән мартҡа тиклем тарала, шуға ла белгестәр вакцинаны көҙҙөң тәүге ике айында яһатырға кәңәш итә. Әлегә республикала халҡының 25 проценты, йәғни 1 миллиондан ашыу кеше прививка эшләткән.

Республикала яңы короновирус инфекцияһы, грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр таралыу менән бәйле хәл тотороҡло һаҡлана. Сентябрҙә ауырыусылар артыу күҙәтелде, сөнки һауа торошо үҙгәреп көн һыуытты. Октябргә булған мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, төбәктә гриппҡа ҡаршы миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан.

Миләүшә Мөлөкова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге баш белгесе