Башҡортостанда айыу ҡатынға һөжүм иткән

Ваҡиға бөгөн иртән Ишембай районының Петровское ауылы үҙәгендә теркәлгән. Януарҙан зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһына һалынған. Йома иртәһендәге көтөлмәгән хәл тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Татьяна Могильникова иртән Петровское ауылының Кооператив урамы буйлап эшкә китеп барған. Көтмәгәндә уның ҡаршыһына айыу килеп сыҡҡан. Бер төркөм ир-егеттәр йыртҡысты ҡыуып өлгөрмәһә, ҡатындың айыу менән осрашыуы нисек тамамланыры билдәһеҙ. Газ хеҙмәте биргән кадрҙарҙа айыу балалары менән ауыл буйлап хәрәкәт итеүен күрергә мөмкин. Биналағы хеҙмәткәр күҙәтеү камералары аша айыуҙарҙы күреп ҡалған һәм башҡаларҙы иҫкәртеү өсөн урамға йүгергән.

Мин тиҙ генә хайуанды ҡурҡытыр өсөн машинала шул яҡҡа ҡуҙғалдым. Урам буйлап килеүселәрҙе иҫкәрттем.

Илнур Ғатауллин, ваҡиға шаһиты

Петровское ауылының үҙәк урамы буйлап мәктәпкә китеп барған уҡыусы ла йыртҡыс ҡорбаны була яҙған. Уны автомобиль хужаһы салонға ултыртып алған, айыуҙы сигнал менән ҡурҡытҡан.

Егеттәр менән һөйләшеп тора инек. Эргә-тирәне видеокамера аша ҡарап ултырған хеҙмәттәшебеҙ урамға килеп сығып Айыу, айыу тип ҡысҡырҙы. беҙ шул яҡҡа йүгерҙек, йыртҡыс ҡатынды ҡолатып өлгөргәйне, таш менән бәргеләп ҡыуҙыҡ.)

Юрий Пестряев, ваҡиға шаһиты

Зыян күргән ҡатынға урындағы участка дауаханаһында тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгән һәм ашығыс рәүештә Ишембай районының үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Көтмәгәндә йыртҡыс ҡорбаны була яҙған ханым үҙенә ярҙам итеүселәргә рәхмәтле.

Ҡапыл килеп сығып артҡы аяҡтарына баҫты. Ҡулымды тырнаҡтары менән эләктереп һыҙырҙы, мин уға сумкам менән һуғып маташтым. Кеше килеүен күреп ҡасты.

Татьяна Могильникова, зыян күреүсе

Табиптар Татьяна Могильникованың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Киләһе ун көндө уға дауаханала үткәрергә тура киләсәк.

Пациенттың тәнендә күгәргән урындар бар, ҡул суғын, уң аяғын йәрәхәтләгән. Антибиотиктар менән дауалайбыҙ, ҡотороу сиренә ҡаршы терапия уҙғарабыҙ.

Александр Зигандиров, Ишембай Үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге мөдире

Һунар инспекторҙарына айыуҙы атып алырға тура килгән. Сөнки бындай хәлдә ҡырағай хайуан тирә-яҡтағыларға хәүеф тыуҙыра. Уның балалары Ишембай районы һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәтенә тапшырылған.

Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың ҡала, ауылдарға килеүе йышайҙы. Уның сәбәптәре төрлө булыуы мөмкин. Әлеге осраҡта ла ваҡытында ярҙамға ташланыусылар булыуы ҙур бәләнән аралап ҡалған.

Рәмилә Исмәғилева