Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығында» үткән семинар-кәңәшмәлә коммуналь техниканың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тикшерелде.
Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре ҡабул итеү комиссияһы алдында машиналарҙың техник паркын ремонтлау һәм алдағы миҙгелгә белгестәр әҙерләү буйынса башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙе. Кәңәшмәнең бурысы - көҙгө-ҡышҡы осорҙа үҙйөрөшлө техниканы файҙаланыуға бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау. Айырыуса иғтибар водителдәрҙең хәүефһеҙлегенә һәм үҙйөрөшлө машиналарҙың төҙөклөгөнә йүнәлтелә.
Семинар барышында ҡатнашыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡан осраҡта тракторҙар һәм башҡа үҙйөрөшлө машиналарҙы йәлеп итеү алгоритмдарын тикшерҙе. Шулай уҡ ҡыш миҙгелендә юлдарҙы һәм ихата биләмәләрен хеҙмәтләндереү мәсьәләләре ҡаралды.