Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле ҡаҙаҡ яҙыусыһы Жолтай Жумат - Алмашуғлының «Әсе һәм татлы тормош» тип исемләнгән китабының исем туйы үтте. Уны ҡаҙаҡсанан башҡортсаға яҙыусы һәм ижадташ дуҫы Флүр Ғәлимов тәржемә иткән.
Ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург Жолтай Жумат - Алмашуғлы 30-ҙан ашыу китап авторы. Драмалары, комедиялары тормош асылын яҡтырта. Тәрән йөкмәтке, фәлсәфә аша ҡаҙаҡ халҡының тарихи үткәнен сағылдыра. Автор олигархтар һәм ябай халыҡ тормошо хаҡында ҡыйыу итеп яҙыуы менән уҡыусы күңелен әсир иткән. Яҙыусылар, журналистар Өфөлә белем алған Ҡаҙағстан йәштәре ҡатнашлығында үткән сара ике туғандаш халыҡ араһында дуҫлыҡ, ижади хеҙмәттәшлек күперен нығыта.