Өфөлә Сталинград һуғышында еңеүгә арналған тарихи фестиваль үтте

Сарала студенттар, ғалимдар, тарих белгестәре, эҙәрмәндәр отрядтары, ирекмәндәр ҡатнашты. Тарихи датаның 80 йыллыҡ юбилейы уңайынан Бөйөк ватан һуғышы геройҙарына һәм бөгөнгө яугирҙарға бағышланған фотокүргәҙмә ойошторолдо. Бынан тыш Донбасс вәкилдәре Республика хәрби дан музейына һуғыш йылдары һалдаттарының әйберҙәрен бүләк итте.

Фестиваль сиктәрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби атрибуттары фрагменттары Башҡортостанға тапшырылды. Улар араһында генерал Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урында табылған әйберҙәр ҙә бар. Донбасстан Өфөгә 30-ҙан ашыу әйбер килтерелде

Флүр Ҡарасурин, «Донбасс эҙәрмәндәре берлеге»-нең Алчевск ҡалаһы отряды етәксеһе