Ялға ҡайтҡан яугирҙар «Өфө арена» боҙ һарайы майҙаны алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙналыҡ отпуск ялынан һуң хәрби хеҙмәткә юлланған ир-егеттәрҙе туғандары, яҡындары, дуҫтары, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов оҙатып ҡалды. Яугирҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәренә шәхси посылкалар һәм хаттар ҙа алып китте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Туғандары, яҡындары менән хущлашыусы яугирҙар тыуған ерендә көс-дәрт туплап алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ватан һаҡсыларын махсус хәрби операциялағы хеҙмәттәштәре көтә.
Ир-егеттәр әйтеүенсә, махсус хәрби операциялағы хәҙмәттәш-яугирҙарына уларға икенсе ғаилә кеүек. Яҡташтар иптәштәре өсөн ҡулдан килгәнсә шәхси посылкалар ҙа, хаттар ҙа алған.
Яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһендә республика ярҙамы көслө булыуы тураһында белдерҙе. Гуманитар ярҙам менән батальондар даими тәьмин ителә.
Яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан ике автобус бүленгән. Алда ир-егеттәрҙе ике көнлөк юл көтә. Батырҙарыбыҙ ялға ярты йыл һайын ҡайта ала.
Флорида Ким