Өфө медицина колледжында бушлай махсус курс ойошторолдо

Тәүге медицина ярҙамы һәм ҡоро душ. Бөгөн Өфө медицина колледжында бушлай махсус курс ойошторолдо. Тәжрибәле белгестәр ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтте, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға йыуыныу кәрәк-яраҡтары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Гөлшат Ҡойҙалова йыуыныу кәрәк - яраҡтары пакетын күҙен йомоп та йыя ала. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарыбыҙға ярҙам ойоштороу буйынса даими эш алып бара. Бөгөн педагог Өфө медицина колледжы студенттарын ҡоро душ әҙерләргә өйрәтә. Артыҡ ҡатмарлығы юҡ, әммә ваҡытты күп ала, бер кешенең генә хәленән килерҙәй түгел. Ә алғы һыҙыҡта был пакеттар көн һайын кәрәк, уның ярҙамында әҙ генә һыу булһа йыуынып алырға мөмкин. Студенттар пакет эсенә сәләм хаты ла, бәләкәй генә бүләк тә һалып ебәрә.

Ә уҡыу йортоноң спорт залында курстар ойошторолған. Өфө медицина колледжы студенттары ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемен камиллаштыра. Курстарға теләге булған башҡа кешеләр ҙә килә ала.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә битараф ҡарарға ярамай. Был белемдең көтмәгәндә кәрәк булыуы мөмкин. Ә дөрөҫ ярҙам кеше ғүмерен ҡотҡара ала. Бәлә-ҡазаға тарыусы һинең иң яҡын кешең булыуы ла ихтимал.

Курста ҡатнашыусылар тактик медицина нигеҙҙәрен үҙләштерә, йөрәккә тура массаж яһарға, кешене яһалма тын алдыртырға өйрәнә, ялан шарттарында тәүге медицина ярҙамы менән таныша. Курс 16 сәғәткә иҫәпләнгән, уны әлегә тиклем 200-гә яҡын кеше үткән.

Рәмзиә Кәримова