Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә 33-сө театр миҙгеле асылды

Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры тамашасыларға Флорид Бүләковтың «Гөлнара» әҫәре буйынса спектакль премьераһын тәҡдим итте.

Тормоштағы иҫкелек нигеҙҙәре менән көрәшкән ҡыҙ тураһындағы тарих бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Күләмле декорациялар, ғәҙәти булмаған режиссура һәм артистарҙың оҫта уйнауы тамашасыларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырҙы. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә сәхнәләштерелгән.