Өфөлә рәссам, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Вера Фролованың күргәҙмәһе асылды. «Байрам килде» тип аталған экспозицияла 80-дән ашыу картина тәҡдим ителгән. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Ҡурай моңона, әйтерһең, картиналар терелә. Уға ҡубыҙҙа уйнаусы ағинәйҙәр «ҡушыла», Мәскәү башҡорто Гөлсинә Батыршина самауыр менән «бейергә төшә». Милли биҙәүес һәм костюмдарҙа һынланған кешеләр рәссам Вера Фролова ижадының төп темаларының береһе булып тора.
«Байрам килде» күргәҙмәһе календарҙағы байрамдар тураһында түгел, ә кеше тормошоноң күркәм мәлдәре, хис-тойғоларға тулған көндәре хаҡында. Күргәҙмәне асыу ҙа - ҙур байрамға әүерелде. Уны Өфөнөң Калинин районы «Лидер» ойошмаһы тәрбиәләнеүселәре биҙәне.
Күргәҙмәгә килеүселәрҙе билдәле өләсәй Альбина Хашим ҡыҙы ҡаршылай. Һәр картинаның персонаждары - ысын кешеләр. Мәҫәлән, был ханымдың йәш сағын Әхмәт Лотфуллиндың ижадында күрһәк, хәҙер ул Вера Фролова картинаһында һынланған.
Вера Фролованың ижады менән 11 ноябргә тиклем Өфө үҙәк галереяһында танышырға мөмкин.
Әлфинә Килдейәрова