Өфөлә «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» милли мәҙәниәт фестиваленә»йомғаҡ яһалды

Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижад йортонда «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» милли мәҙәниәт фестиваленә»йомғаҡ яһалды. Республика төбәктәренән 100-ҙән ашыу коллектив, меңдән ашыу бала ҡатнашҡан сара 2011 йылдан үткәрелә. Был юлы ла унда яңғыҙ башҡарыусылар, бейеү ансамблдәре, музыка ҡоралдарында уйнаусылар сығыш яһаны. Фестивалдең һуңғы көнөндә еңеүселәр сығыш яһаны. Гран-при яулаусылар араһында»Өфөнән «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле лә бар.

Был конкурс оҙаҡ йылдар бара, әммә беҙ йыл һайын ҡатнашмайбыҙ, башҡаларға ла еңеүсе булыу мөмкинлеге бирәбеҙ. Быйыл Мәскәүгә халыҡ-ара конкурсҡа юлланыр алдынан көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ һәм гран-при яуланыҡ

Оксана Щука, «Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре