Быйыл Башҡортостанға 1 миллион 660 мең турист килгән

Ғинуар-август айҙары буйынса шундай һан иғлан ителде. Был уҙған йылдың ошо осоронан 31 проценҡа күберәк. Башҡортостан туристар һаны буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында икенсе урында. Быйыл республикала туризм үҫеше өсөн 1 миллиард 900 миллион һум бүленгән, төрлө проекттар ғәмәлгә  ашырыла.