Өфөлә күп профилле ветеринария үҙәге төҙөлә

Проект ҡала хакимиәтендә инвестиция кәңәшмәһендә ҡаралды. Ҡалала 50 меңгә яҡын эт һәм шунса бесәй бар. Улар өсөн юғары технологиялы медицина  ярҙамы  ҡаралмаған. Хужалары ауырыу хайуандарҙы башҡа төбәктәргә алып барырға мәжбүр. Ветеринария  үҙәге тураһында  проект ҡала  хакимиәтендә  хупланды.