Рәсәйҙә үткән паллиатив ярҙам көнө уңайынан Өфө хосписында Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Буласаҡ аҡ халатлылар ауыр сирҙәр менән ауырыған пациенттар менән эшләү үҙенсәлектәренә өйрәнеп, белемен камиллаштарҙы. Июндә асылған хосписта әле 58 пациент тәрбиәләнә. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
Өфө хосписында оҫталыҡ дәресен ҡарарға килгән студенттар иғтибар менән табипты тыңлай. Буласаҡ аҡ халатлыларға дауаланмаған сирҙәр менән ауырыған пациенттар менән эшләү тәртибе аңлатыла. Медицина ярҙамы менән берлектә психология һәм тәрбиә һорауҙарына баҫым яһала, сөнки хосписта йорттағыса шарттар һәм туғандарса мөнәсәбәт булдырыу маҡсаты ҡуйыла.
Өфөлә июндә асылған хоспис бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләп ауыр сирҙәрҙән яфаланған пациенттарҙы хеҙмәтләндерә. Йылы мөнәсәбәт, туғандарса ҡараш, мәрхәмәтлек һәм изгелек хистәре менән һуғарылған медицина объекты Башҡортостанда паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн асылған тәүге объект.
Өфө хосписы паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәйҙә махсус төҙөлгән берҙән-бер объект. Белгестәр, Башҡортостандың хоспис төҙөлөшө тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға мөмкин тигән фекерҙә. Изге ниәт менән һалынған объект эшҡыуарҙар, меценаттар һәм республика халҡы тырышлығы менән сафҡа инде.
Флорида Ким