Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 12 мең самаһы иҫерек водителде туҡтатҡан

Быйыл Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 12 мең самаһы иҫерек водителде туҡтатҡан. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙә 78 кешенең ғүмере өҙөлгән, 300-гә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Ошондай хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Юл фажиғаләренә күп факторҙар сәбәпсе булыуы ихтимал. Уларға юлдарҙың торошо, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртибе, инспекторҙар тарафынан үткәрелгән профилактика саралары һәм башҡалар инә. Башҡортостан башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға комплекслы ҡараштың мөһимлеген билдәләне.