Стәрлебаш районында йәшәүсе эшҡыуар тирмән төҙөй һәм халыҡты сифатлы он менән тәьмин итә

Ҡаланы ауылға алмаштыра. Хәҙер ауыл еренә аңлы рәүештә күсеп килгән йәштәрҙе бик һирәк осратырһың. Булат Фархшатов тап шундай замандаштарыбыҙҙың береһе. Өфөлә юғары белем алған егет ҡулына диплом алғас та тыуған районына ҡайта. Дәүләт ярҙамы менән ул Стәрлебашта тирмән төҙөй һәм халыҡты сифатлы он менән тәьмин итә. Булдыҡлы эшҡыуар менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Бөртөкләп йыйылған алтындың сифаты быйыл айырыуса ҡыуандыра. Шуға ла Булат Фархшатов үҙенә кәрәкле сеймалды Ырымбурҙан түгел, ә эргә-тирәләге хужалыҡтарҙан ала. Бөгөнгә 350 тонна бойҙай һаҡлауға һалынған да инде. Йыллыҡ ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн тағы ла 100 тонна самаһы ашлыҡ кәрәк.

2021 йылда Булат Фархшатов үҙ эшен асырға ҡарар итә. Уның ата-әсәһе оҙаҡ йылдар дауамында икмәк һәм икмәк-булка изделиелары бешереү менән шөғөлләнә. Был кәсеп табышлы, әммә сифатлы ондо юғары хаҡ менән ситтән һатып алырға мәжбүр була. Әлбиттә, бындай күренеш менән Өфөлә уҡып йөрөгән улдары бер ҙә генә килешмәй. Диплом алыу менән йәш белгес тыуған яғына күсеп ҡайта. Иң беренсе ул район хакимиәтендә ойошторолған «Инвестиция сәғәте»ндә ҡатнаша. Хуплау тапҡас буш торған ҡаҙанлыҡ бинаһын һатып ала һәм хыялындағы тирмәнде төҙөргә тотона.

Хыялды тормошҡа ашырыуҙа «Агростартап» программаһы ярҙамға килгән. Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Ғаилә бизнесының уңышы федераль кимәлдә лә танылыу алды. Стәрлебаш эшҡыуары Булат Фархшатов яңыраҡ Мәскәүҙә уҙған «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә алтын миҙал менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙ был наградаға «Агростартап» проектын тормошҡа ашырыуҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды. Хәйер, йүнсел яуланған үрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Киләсәктә ул етештереү майҙандарын киңәйтеп, сәсеү эштәре менән дә шөғөлләнергә ниәтләй.

Илдар Байбулатов