Белорет районы Берештамаҡ ауылында Береш йылғаһы аша күпер яңыртылды

Берҙәм көс менән. Белорет районы Берештамаҡ ауылында урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар көсө менән Береш йылғаһы аша күпер яңыртылды. Ауыл халҡын берләштергән һәм ярҙарҙы тоташтырған ҡоролманы асыу ҙур байрамға әйләнде. Тулырыҡ киләһе яҙмала.

Берештамаҡта ике күпер бар. Береһе менән халыҡ йышыраҡ файҙалана. Уның аша мәктәпкә, магазинға, фельдшер-акушерләҡ пунктына юл ҡыҫҡараҡ. Күперҙе ҡасандыр урман хужалығы төҙөгән. Әлегә тиклем объект ауыл хакимиәте көсө менән төҙөкләндерелеп килгән. Әммә ваҡыт үҙенекен итә. Ҡоролма туҙып, авария хәлендә ҡалған.

Берештамаҡ халҡы мәсьәләне дөйөм йыйылышта күтәрә. Күперҙе төҙөкләндереү эше ауыл старостаһы Миңлеғәле Ғәҙелшинға йөкмәтелә. Ул эшҡыуарҙарҙы, халыҡты бергә туплай. Эштән береһе лә ситтә ҡалмай. Берәүҙәр таҡта бүлә, икенселәре ҡом-ҡырсынташ килтерә, өсөнсөләре тимер ҡоролмаларҙы иретеп- йәбештереү менән ярҙам итә.

Үрге остан биръяҡҡа, һә тигәнсе барып етергә мөмкин. Бигерәк тә яҙғы осорҙа ярһып аҡҡан Береш йылғаһы хәҙер кәртә түгел. Күперҙе асыу урындағы халыҡ өсөн ысын байрамға әйләнде. Уртаҡ көс менән барыһы өсөн дә файҙалы эш башҡарылды.

Рафиҡ Әхмәтшин