Ул Рәсәй футбол союзы проектында ҡатнашыу сиктәрендә уҙҙы. Башҡортостан йыйылма командаһы республика исемен яҡлап ярышта йыл һайын сығыш яһай. Турнир трансплантация буйынса операция кисергән пациенттарҙы дәртләндереү, уларҙы ябай тормошҡа ҡайтарыу маҡсатында үтә. Мини футболда быйыл Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, кардиология үҙәге табиптары менән пациенттар командаһы уйнаны.