Башҡортостанда радиоэлектроник технопарк булдырыуға федераль ҡаҙнанан 504 миллион һум бирелә

Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы дүрт төбәккә субсидия тапшырыла. Өфөлә “РВ-1” тигән радиоэлектроник технопарк асыу ҡарала. Бының өсөн 1,2 миллиард һум йәлеп ителә. Технопаркта импортҡа алмаш шарттарында электроника сәнәғәте өсөн әйберҙәр етештереләсәк.