Республикала йәмәғәт транспорты водителдәре етмәй

Белгестәр әйтеүенсә, был мәсьәлә илдең башҡа төбәктәренә лә хас. “Башавтотранс” компанияһы етәксеһе Надир Сәмиев хәлде яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Надир Сәмиев белдереүенсә, водителдәргә хеҙмәт урынын һайлау мөмкинлеге бирелә. Улар йәшәгән урыны буйынса эшләй йәки баш ҡалаға өҫтөнлөк бирә ала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, водителдәрҙе вахта ысулы менән эшләтеү тәҡдим ителә. Был осраҡта уларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу тамамланыу менән ауыл шоферҙарын да йәлеп итеү ҡарала.