Быйыл илдә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша никах теркәү буйынса 410 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар уртаса 31, ә ир-егеттәр 33 йәштә өйләнә. Никахҡа инеү ғаризалары йышыраҡ йома һәм шәмбе бирелә. Электрон документ әйләнеше менән Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург халҡы әүҙем файҙалана.