Концерт программаһын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары тәҡдим итте. Ҡурайға халыҡ йырҙары, билдәле романстар яңғыраны. Илебеҙ баш ҡалаһында төпләнгән яҡташтарыбыҙ бер аҙға булһа ла тыуған төййәгенә, атайсалына ҡайтып килгәндәй булды. Республика көнөнә арналған саранан төньяҡ баш ҡала йәшәгән милләтәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы.
Мәскәүҙең Пушкин исемендәге китапханаһы менән берлектә ойошторолған проект сараның сағыу биҙәгенә әйләнде. «Таланттарға бай төбәк» тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәлә, илебеҙ баш ҡалаһында йәшәүсе замандаштарыбыҙға Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының ижады тәҡдим ителде. Шулай уҡ бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тарихи Башҡортостанға сәфәренә быйыл 190 йыл тура. Ул батшабика Екатерина осоро хроникаларын өйрәнә һәм башҡорттарҙың Пугачев ихтилалында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт туплай.