Әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырылыш барышында Рәсәй ҡораллы көстәр сафтарын Башҡортостандан 4 меңдән ашыу ир-егет тулыландырасаҡ. Көнүҙәк мәсьәлә Республика Хөкүмәтендә уҙған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәсьәләләре буйынса төбәк саҡырыу комиссияһы ултырышында ҡаралды.
Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә, ошо осорҙа 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Улар Ҡораллы көстәрҙең төрлө тармаҡтарына йүнәлтеләсәк - флот, мотоуҡсылар, һауа-десант ғәскәрҙәре, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр, Росгвардия һәм башҡалар. Әрме хеҙмәтенән ҡасыусыларға административ штраф, мәжбүри эштәр, ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.